Все новости
Байрам уңайынан
1 Июня 2021, 09:40

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ

Әнүәр Вәхитов:- Минең атайым торбала эшләй -ТЭЦ.Зарина Фәттәхова:- Минең атайым әле эргәмдә, тик гел түгел, ул себерҙә эшләй.- Зарина, атайың себергә йөрөп эшләй, нисек уйлайһың был яҡшымы, әллә насармы, уның Күмертауҙа ғына эшләүен теләр инеңме?Зарина Фәттәхова:- Атайым өйҙә булғанда рәхәт, атайым гел ярҙамға килә, мине яҡлай ала, ул эшкә китһә һағынам. Ә бында уға эш юҡ, ул водитель, эш булһа ла аҡсаһын әҙ түләйҙәр.- Һеҙҙең ғаиләлә нисә бала, атай-әсәйҙәрегеҙҙән тағы бала алып ҡайтыуҙарын һорайһығыҙмы? Бәләкәстәр һеҙгә ҡамасауламаймы? Үҙегеҙ ҙурайғас нисә балағыҙ булыр тип уйлайһығыҙ?Билал Ғабдуллин:- Беҙ ғаиләлә өсәү, минең апайым һәм мырҙам бар. Бәләкәсебеҙ ҡай саҡ миңә йоҡларға, уйнарға ҡамасаулай, тағы ул хәтәр күп һөйләй, тауышлана, был минең асыуыма тейә.София Моратбаҡыева:- Минең дә бәләкәй мырҙам бар, шунан башҡа кәрәкмәй, үҙем үҫкәс, бер, йәки ике балам булыр тип уйлайым, шул етә. Балаларҙы үҫтерергә күп һаулыҡ, аҡса кәрәк, уларҙы ҡарауы ауыр.Әнүәр Вәхитов:- Минең Әмир исемле туғаным бар, беҙгә тағы бер малай кәрәк. Әсәйем дә алып ҡайтырға риза, тик ул ҡыҙыҡай кәрәк ти.Зарина Фәттәхова:- Беҙ ғаиләлә икәү, минең апайым бар. Тағы малай алып ҡайтығыҙ тип һорайбыҙ, әсәй аҡса юҡ ти, өләсәйем дә риза түгел. Минең өс балам булыр ине.

Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, Ҡала Советы депутаты:
- «Юшатыр» гәзите редакцияһы ойошторған түңәрәк өҫтәлгә барып, күңелле итеп ваҡыт уҙғарып ҡайттыҡ. Түңәрәк өҫтәлдә редакцияның баш мөхәррире Малик Миңлебулат улы Ильясов һәм саҡырылған балалар ҡатнашты. Был сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ине. Ҡалабыҙҙың иң бәләкәй граждандарының шул тиклем әүҙем тормош позицияһын йөрөтөүө ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, ҡыҙымды Күмертау ҡалаһында эш урындарының булмауы борсоғанын ишетеп шаҡ ҡаттым. Ә башҡа балаларыҙы ҡалалағы юлдар насар булыуы, ауылдарҙа магазиндар, табиптар булмауы борсой ине. Бөгөнгө көндә балаларҙың тәм-том, туңдырма, уйынсыҡтар менән аптыратып булмай, уларҙы күпкә олораҡ мәсьәләләр борсой. Был ҡайһы яҡтан яҡшы, ҡайһы яҡтан насар икәнен асыҡ ҡына әйтә алмайым. Ошо матур һәм эстәлекле осрашыу өсөн, әңгәмәлә ҡатнашҡан балаларға һәм уны ойошторған «Юшатыр» редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Балалар менән һөйләшеү бөгөн гәзиттә тулы килеш сыҡты.
Читайте нас: