Все новости
Байрам уңайынан
1 Июня 2021, 10:12

Нур сәсһен

Әнүәр Вәхитовтың йөрөмәгән ере юҡ, ҡайҙа концерт, шунда ул. Теге көн "Юшатыр"ҙың Түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашты, оҙаҡҡа һуҙылды ла ҡуйҙы сара, балалар арынылар. Әнүәр араларында иң бәләкәйе ине, сабый ныҡ йонсоғандыр, хәҙер ял итеп, хәл йыйыр күпмелер ваҡыт тиһәк, ҡайҙа, бөгөн телевизорҙа ултыра.

Әнүәр Вәхитовтың йөрөмәгән ере юҡ, ҡайҙа концерт, шунда ул. Теге көн "Юшатыр"ҙың Түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашты, оҙаҡҡа һуҙылды ла ҡуйҙы сара, балалар арынылар. Әнүәр араларында иң бәләкәйе ине, сабый ныҡ йонсоғандыр, хәҙер ял итеп, хәл йыйыр күпмелер ваҡыт тиһәк, ҡайҙа, бөгөн телевизорҙа ултыра. Янында атаһы һәм әсәһе лә бар. Йәмилә Рамаҙанова ла шунда. Балаларҙы яҡлау көнө бит, ошо уңайҙан Башҡортостандағы иң әүҙем һәм талантлы бала тип, Әнүәрҙе саҡырғандар - күрһендәр барыһы ла, ә башҡа балалар өлгө алһын. Нимә өҫтәйһең, Әнүәр тигән исемде кем биргәндер, әммә был кеше (атаһымы, өләсәһеме, әсәһеме...) бик хаҡлы булған: Әнүәр нур сәсеүсе тигәнде аңлата, артабан да нурҙарың менән барыһын да һөйөндөрөп йәшәргә яҙһын һиңә, Әнүәр Роберт улы.
Читайте нас: