Все новости
Байрам уңайынан
1 Июня 2021, 13:23

Тормоштары күберәк байрамдан торһон

Хәтәр көн бөгөн, ҡайҙа баҡма, байрам. Ҡала һәм райондың һәр ере, әйтерһең, балалар менән тулған. Бала аҙ табалар, тиҙәр, әллә, бөгөнгө хәлдәрҙе ҡараһаң, һис тә улай түгел һымаҡ.

Күмертауҙың Сапсан янынан тыныс ҡына үтеп китеп булмай- унда оло туй. Балалар байрамына килгәндәр автомобилдәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсой - Һабантуй тиерһең. Сапсан тирәһенә йыйылған бала-саға, ата-әсә, мәле тура килгәндә күңел асып ҡалайым әле тигәндәй, рәхәтләнеп байрам итә. Итһендәр шул. Иң мөһиме - балалар күңеле. Бәләкәй саҡтарында уйнап-көлөп ҡалһындар. Тормоштарында ла байрамдары күберәк булһын ине.
Читайте нас: