Лилиәнең ҡыҙы ҙурайған. 18 йәш. Ҡанаттары үҫкән, тыуған оянан бына-бына осоп китергә тора. Донъя ике улға ҡала. Лилиә Насырова әйткәнсә, әл дә улар бар, ярҙам итәм тип кенә торалар. Өйҙә малайҙар менән күңеллерәк тә. Шулай, бер береһенә кәрәк булып, йәшәп ята Абдулдағы был ғаилә. Бер-береңә кәрәк булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы? Ай-һай. Ошо яҙмыш бүләгенән айырмаһын һеҙҙе.