Байрам уңайынан
3 Июня 2021, 08:30

Һабантуй, эскелек һәм вакцинация

Бына ғәләмәт, Һабантуй Көйөргәҙе районында 19 июндә була тип әллә беҙ генә яҙҙыҡ инде? Бөтөн ерҙә 5-дә була тип лаф оралар ҙа. Йән түҙмәй, бөгөн район башлығы урынбаҫары Урал Ибраһимов янына саптыҡ: нисек була, булһа ла ҡасан була, кем килә-килмәй, аҡса яғы нисек, ашау наҡыҫ булмаймы?

Бына ғәләмәт, Һабантуй Көйөргәҙе районында 19 июндә була тип әллә беҙ генә яҙҙыҡ инде? Бөтөн ерҙә 5-дә була тип лаф оралар ҙа.
Йән түҙмәй, бөгөн район башлығы урынбаҫары Урал Ибраһимов янына саптыҡ: нисек була, булһа ла ҡасан була, кем килә-килмәй, аҡса яғы нисек, ашау наҡыҫ булмаймы?
Урал Дамир улының ултырып сыҙар мәле түгел, тотоуы ауыр булды, ҡараулап йөрөй торғас, шулай ҙа моратҡа ирешелде.
- Һабантуй 19 июндә була. Барыһы ла элеккесә ҡала, саҡ ҡына үҙгәрештәр бар, араҡы булмай. Кеше бит үләбеҙ ти ҙә ҡысҡыра, һуң, эсмәгеҙ, тартмағыҙ. Бар бәлә эскелектән килеп сыҡҡанын күрә тора, ҡайһы берҙәргә һаман аҡыл ултырмай. Коронавирусмы? Һалдырҙым мин вакцина. Ҡурҡманымсы. Һыйыр быуаҙ сағында уҡ, быҙауҙы уйлап, уны вакциналайҙар, юғиһә, эсе китепме-нисек үлә. Бында ла шулай. Чипирование-ғәләмәт тип тә ҡурҡыталар, улайға китһә, башҡа укол менән дә чип ҡуйырҙар ине, манту, дифтерия, столбняк, коклюш... әҙәм балаһы ғүмере буйы ниндәйҙе генә һалдырмай...
Һабантуй һәм вакцинация тураһында материал киләһе һанда була.
Читайте нас