Все новости
Байрам уңайынан
3 Июня 2021, 15:38

Байрам өсөн күп тә кәрәк түгел

Иң ҙур бәхәстәрҙең береһе - Һабантуйҙы быйыл үткәреү кәрәкме-юҡмы һорауы тирәләй өйрөлә. Киләһе һанда был турала материал була.Беҙ ҙә тәүҙәрәк "Нимәгә ул, былай ҙа баш ҡатҡан" тигән фекерҙә инек, кеше менән һөйләшә торғас, саҡ ҡына икенсерәк уй килде. Аҡса юҡмы - юҡ, ә уның ҡасан булғаны бар. кеше күп үләме - үлә, сир бөтмәгәнме - юҡ, быныһына ла, нисек кенә ҡыҙғаныс тойолмаһын, өйрәнелде.

Иң ҙур бәхәстәрҙең береһе - Һабантуйҙы быйыл үткәреү кәрәкме-юҡмы һорауы тирәләй өйрөлә. Киләһе һанда был турала материал була.
Беҙ ҙә тәүҙәрәк "Нимәгә ул, былай ҙа баш ҡатҡан" тигән фекерҙә инек, кеше менән һөйләшә торғас, саҡ ҡына икенсерәк уй килде. Аҡса юҡмы - юҡ, ә уның ҡасан булғаны бар. кеше күп үләме - үлә, сир бөтмәгәнме - юҡ, быныһына ла, нисек кенә ҡыҙғаныс тойолмаһын, өйрәнелде.
Уңыш уңмаҫ һымаҡмы- һымаҡ, ә ул уңһа ла, уңмаһа ла крәҫтиәндең хәле бер көйө ахры. Ә ғүмер үтә. Байрам итеүҙе аҡсаға ғына ҡайтарып ҡалдырһаҡ, хәтәр инде, эш унда ғына түгел дә. Табындың бай булыуы түгел, күңелдең бай булыуы мөһим.
Түрәтуй тип тә һүгәләр, имеш, чиновниктар өсөн үткәрелә барыһы ла. Улай булһа ла, теләһә нимә эшләһендәр (шулай ҙа короля делает свита тиәген лә бар, түрәләр шулай икән, тимәк, үҙебеҙ ҙә ары китмәгән), үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрәйек, улар өсөн түгел, үҙебеҙ өсөн байрам яһайыҡ. Бының өсөн күп тә кәрәк түгел - асыҡ күңел етә.
Байрам кәрәктер. Иртәгә кем бар, кем юҡ, ә ғүмер үтә. Мәле булғанда, осрашып ҡалырға ине.
19 июндә 11 сәғәттә башлана Һабантуй.
Читайте нас: