Все новости
Байрам уңайынан
8 Июня 2021, 08:27

БӨГӨН – СОЦИАЛЬ ХЕҘМƏТКƏРҘƏР КӨНӨ

Районыбыҙҙың хөрмəтле социаль хеҙмəткəрҙəре!Һөнəри байрамығыҙ - Социаль хеҙмəткəрҙəр көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был көндө беҙ үҙҙəрен гуманлы һəм изге эшкə арнаған хеҙмəт эйəлəрен данлайбыҙ.

Районыбыҙҙың хөрмəтле социаль хеҙмəткəрҙəре!
Һөнəри байрамығыҙ - Социаль хеҙмəткəрҙəр көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был көндө беҙ үҙҙəрен гуманлы һəм изге эшкə арнаған хеҙмəт эйəлəрен данлайбыҙ. Социаль өлкə хеҙмəткəрҙəре һəр саҡ ярҙамға мохтаждар янында. Һеҙҙең көндəлек хеҙмəтегеҙ инвалидтар, оло йəштəгелəр, балалар, тормош ауырлыҡтары менəн осрашҡандар өсөн гел кəрəк. Улар һеҙҙең иғтибарығыҙ, хəстəрлегегеҙ арҡаһында үҙҙəрен тыныс та, ышаныслы ла тоя. Еңелдəн булмаған эшегеҙҙə тоғро ҡалыуығыҙ, профессиональ һəм кешелекле бурысығыҙ, кешелəргə ҡарата рəхимле һəм мөхəббəтле булғанығыҙ өсөн рəхмəт. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оптимизм, бөтмəҫ-төкəнмəҫ көс, дəрт һəм именлек телəйем! Изге эштəрегеҙҙə уңыштар, бəхет юлдаш булһын!
Ю.Т.ИЛЬЯСОВ, Көйөргəҙе районы муниципаль район Хакимиəте башлығы
Читайте нас: