Все новости
Байрам уңайынан
8 Июня 2021, 09:03

БӨГӨН – СОЦИАЛЬ ХЕҘМƏТКƏРҘƏР КӨНӨ

Ҡəҙерле социаль хеҙмəткəрҙəр!Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ менəн ҡайнар ҡотлайым! Бөтə йəмғиəт өсөн əһəмиəтле был байрам беҙҙең тормошҡа ныҡлы кергəн. Ул изгелек һəм миһырбанлыҡ көнөнə əүерелде.

Ҡəҙерле социаль хеҙмəткəрҙəр!
Һеҙҙе һөнəри байрамығыҙ менəн ҡайнар ҡотлайым! Бөтə йəмғиəт өсөн əһəмиəтле был байрам беҙҙең тормошҡа ныҡлы кергəн. Ул изгелек һəм миһырбанлыҡ көнөнə əүерелде. Ҡалабыҙҙың был кəрəкле өлкəһендə хеҙмəт иткəндəр изге дəүлəт эшенə əһəмиəтле өлөш индерə, үҙҙəренең мөһим миссияһын оло яуаплылыҡ тойғоһо менəн башҡара. Һеҙҙең көндəлек хеҙмəтегеҙ өлкəн кешелəргə, ветерандарға һəм инвалидтарға ярҙам күрһəтеүгə, əсəлек һəм балалыҡты яҡлауға, күп балалы ғаилəлəрҙе хəстəрлəүгə йүнəлтелгəн. Ярҙамға мохтаж булғандарға ваҡытында булышлыҡ күрһəтеп, изгелек, хəстəрлек, иғтибарлы булғанығыҙ өсөн рəхмəтемде белдерəм. Үҙ профессиональ бурысығыҙҙы килəсəктə лə лайыҡлы үтəрһегеҙ, тип ышанам. Һеҙгə һəм яҡындарығыҙға ныҡлы сəлəмəтлек, бəхет, эштəрегеҙҙə уңыштар телəйем!
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиəте башлығы
Читайте нас: