Все новости
Байрам уңайынан
22 Июня 2021, 12:32

Бәрән йәнә Илнурҙа

Яңыраҡ ҡына Илнур Туйгилдин ҡайһы еремдер ҡаймыҡты, көрәшә алманым бер бәйгелә, ти ине. Әле лә, район һабантуйында осратҡас, хәлен белештек: нисек һаулыҡ? Беҙҙең егеттәрме һуң зарланып йәшәй торған кешеләр, һәйбәт тине, Илнур, айыу тотоп менерлек, бына, көрәшергә ҡайттым. - Былай булғас, һарыҡ һинеке, - тинек, интрига ҡалманы. Һәм яңғылышмағанбыҙ, Илнур Туйгилдин, бәрәнде күтәреп, Стәрлегә алып ҡайтып китте.

Илнур Туйгилдин, һабантуйҙағы милли көрәш ярышының абсолют чемпионы:
- Һәр йылдағыса Һабантуй байрамы матур үтте. Көрәш майҙансығында төрлө йәштәге, ауырлыҡ категориялары төрлө булған йәш егеттәр көс һынашты. Хәҙерге йәштәр бик әүҙемдәр, тырыштар, афарин тип кенә әйтергә ҡала. Быйыл да көрәш алышының абсолют еңеүсеһе булыуыма шатмын. Сараға етди әҙерләнеп, үҙ көстәремә ышанып килдем.
Һабантуй тураһында тулы репортаж бөгөн гәзиттә баҫылды.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: