Все новости
Байрам уңайынан
25 Июня 2021, 11:57

Күрһәткестәрегеҙ яҡшы булһын

Тиҙҙән район статистика бүлеген ҡалаға ҡушалар, районда бер генә кеше ҡала - бына бәлә. Эше -эш, беҙ уның өсөн генә кермәгәйнек, ысынында. Бөгөн - статистика хеҙмәтҡәрҙәре көнө. Байрамығыҙ менән, ҡыҙҙар, иң мөһиме, тормоштағы үҙегеҙҙең шәхси күрһәткестәрегеҙ яҡшы булһын, иҫәнлек һеҙгә.

Быйыл ике йылға һуҙылған (коронавирус үҙ төҙәтмәләрен индерҙе) ваҡиға - Халыҡ иҫәбен алыу, ниһайәт, буласаҡ. Унан алдараҡ йәнә береһе була - Ауыл хужалығы иҫәбен алыу. Бөгөн беҙ райондың статистика бүлегенә һуғылдыҡ, хәл-әхеүәлдәре нисек икән?
- Ике йыл буйы әҙерләнгәс, бөтәһе лә тәртиптәлер тибеҙ, - уныһы ваҡыты еткәс беленер, - статистикала өс ҡыҙ эшләй, әйтерһең, өс таған, күрһәткестәрҙе яҡшырта алмаһалар ҙа, уларҙан күп нәмә тора, - аншлагтар, бәйһеҙ эттәр... беҙҙе ошолар борсой инде. Эшкә кешеләрҙе алабыҙ, 20 -ләп кеше кәрәк буласаҡ, эш хаҡы 16 мең һум самаһы буласаҡ.
- Ул кешеләр ниндәй булырға тейеш?
- Планшетта эшләй белгәне кәрәк Кеше менән матур итеп һөйләшә белгән, эсмәгән. Юғиһә, бер йылы бер иҫәпсебеҙ юғалды, сумкаһын, эҙләй торғас, ҡыуаҡтар араһында табып алдыҡ.
Тиҙҙән район статистика бүлеген ҡалаға ҡушалар, районда бер генә кеше ҡала - бына бәлә.
Эше -эш, беҙ уның өсөн генә кермәгәйнек, ысынында. Бөгөн - статистика хеҙмәтҡәрҙәре көнө. Байрамығыҙ менән, ҡыҙҙар, иң мөһиме, тормоштағы үҙегеҙҙең шәхси күрһәткестәрегеҙ яҡшы булһын, иҫәнлек һеҙгә.
..Райондағы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу (малдар һанала, ерҙәр, тауыҡ-йорт ҡуяны, хатта бер дөйә лә бар икән) тураһында материал киләһе һанда була.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: