Все новости
Байрам уңайынан
1 Сентября 2021, 09:58

Балалар бәхете

Балалар китә мәктәпкәАллы-гөллө кейенеп,Атай-әсәй оҙатып ҡалаҠыуанып һәм һөйөнөп. 

Балалар бәхете
Балалар бәхете

Күңелдәре күтәренке
Арҡаһында сумкаһы
“Тырышып һөнәр алһындар!”
Теләктәр ҡабул булһасы.
Автобустар килеп ала
Илтеп ҡуя урынына,
Күңел биреп уҡы ғына
Үрлә белем баҫҡысына.
Заманында уҡынылар
Ауылдарҙан йәйәүләп
Йәшәү булды фатирҙа
Өсәүләп, йә бишәүләп.
Тырышып уҡып сыҡтылар
Байтаҡ ҡына кешеләр
Маҡтаулыһы, алдынғыһы
Ауырлыҡҡа түҙҙеләр.
“Белемле биште йыға” тип
Дөрөҫ әйтелгән әйтем!
Ошо әйтемдәр үтәлһә
Йәшәү була еңелдән.
“Һунар ҙа һөнәр” була
Аңлаған һәр кешегә
Уҡыһындар, аңлаһындар
Әйтелмәй был тикмәгә.
Булһын гармун уйнаусы,
Комбайнер һәм тракторсы.
Мохтаж булған кешеләргә
Булһын тоғро ярҙамсы.
Уҡытыусы, ҡурайсы,
Булһын айға осоусы.
“Тырышҡан кеше таба”
Шул һүҙгә ышаныусы.
Ялдар итеп шатланышып
Мәктәпкә китә балалар
Изге теләктәр теләйем
Имен булһын донъялар.
Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: