Все новости
Байрам уңайынан
12 Октября 2021, 08:55

Оло рәхмәтемде белдерәм!

Хәйерле көн хөрмәтле ауылдаштар! Кисәге көн, йәғни 11.10.2021й., ауылыбыҙҙың Мәктәп бинаһында "Тыуған илем - Башҡортостан" - тип аталған балалар рәсеме күргәҙмәһен уҙғарҙыҡ.

Оло рәхмәтемде белдерәм!

Уҡыусы балаларға һәм шулай уҡ ата-әсәләргә күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡан өсөн үҙемдең оло рәхмәтемде белдерәм! Барыбыҙҙың да үҙебеҙҙең тыуған илебеҙ Башҡортостанды данлау рухында ҡалырбыҙ - тигән ышаныста ҡалам.

Сынтимер Мөрсәлимов, Яманғол ауылы 

Автор:Дим Ильясов