Все новости
Байрам уңайынан
3 Декабря 2021, 16:12

Барыһы ла ғәҙел буласаҡ

- Кредиттарға ҡағылышлы эштәрҙе ҡарайбыҙ тиһегеҙ, һеҙҙең ҡарашҡа кешеләр ни өсөн кредит ала, бына ауылдарҙа кеше кәмей, йәштәр ҡалаға күсә, кредит ала, шуны оҙаҡ йылдар түләй, ауылда тыныс ҡына, үҙ малын аҫрап йәшәһә еңелерәк түгелме икән? 

Барыһы ла ғәҙел буласаҡ
Барыһы ла ғәҙел буласаҡ

- Ни өсөн ҡалаға күсәләр, кредит алалар, сөнки ауылда мал аҫырап йәшәүе бик ауыр хеҙмәт, йәштәр рәхәт тормош эҙләп ҡалаға күсә. Ҡайҙалыр эшкә урынлаштың да, ял көнөң ял, эштән һуң тыныс ҡына телевизор алдында ятаһың, бөтә нәмә эргәлә, нерваң да бөтмәй. Ә ауыл кешеһене ялы  бөтөнләй юҡ. Ялға, төнгә ҡарамай улар һәр ваҡыт ниндәй булһа ла эш эшләй, иртән таңдан эш башлай, төнөн ятып киткәндә лә ниндәйҙер эшем ҡалды тип көйөп ята әле ул. Ауылдарҙың бөтөүгә барыуы күңелде ҡыра әлбиттә, унда бит менталитет, халыҡтың  тәрбиәһе лә икенсе, улар ихлас, яҡты күңелле, шул уҡ ваҡытта уларҙа яуаплылыҡ хисе көслө. Ауылдан судҡа свидетель булып килгән кеше, үҙенә хөкөм сығарған кеүек ҡалтырай, сөнки уның өсөн суд залына саҡырылыу үҙе ҙур яуаплылыҡ. Бына эштә ултырам ауылды ҡайғыртып ултырам, быйыл ямғыр булманы, тимәк уңыш та булмаясаҡ.

- Тимәк һеҙ анау хәтле эшегеҙҙән айырылып, ауыл халҡын, ер эшсәндәрен, уңышты ла уйлап, ҡайғыртып ултыраһығыҙ?

- Эйе, ә бүтәнсә мөмкин түгел, минең туғандарым ауылда йәшәй, улар ер менән аҡса эшләй, уңыш юҡ икән, уларҙың аҡсаһы булмай, эше туҡтай. Рәшиҙә өләсәйем гел әйтә ине, эшләргә кәрәк, тырыш булғыҙ, йыбанмағыҙ тип. Минең бабайымдың, бер йыл 7 быҙауы юғалды, ул бер нимәгә ҡарамай, таба алмаҫын аңлаһа ла, яңы йылға тиклем шул быҙауҙарҙы яландан эҙләне, һуңынан ауырып китте. Сөнки уның йәшәү сығанағы шул, ошо быҙауҙар уның ҡарап үҫтергән, тир түккән хеҙмәте.

- Хөкөм сығарыр алдынан, тәжрибәле, ғәҙел кеше булараҡ атайығыҙ менән кәңәшләшкәнегеҙ булдымы?

Федераль судья Рәмил Сафаров менән тулы әңгәмә бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: