

Бөгөн Рәмилә апайҙың тыуған көнө лә икән. Зәктәр рәхимле, яҡшы хәтерле халыҡ, артисткаларының байрамын былай ғына үткәреп ебәрмәне. Ҙур кәстрүл бүләк иттеләр: аш-һыу тиһәң, һине ҡуш, бына һиңә елле кәстрүл, күңелең булғансы бешерен.
Район хакимиәте мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова ла ҡоро килмәгән, Рәмилә апаға бүләк алып килгән. Бик матур тамаша булды ул, Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы, етмәһә, кейеменә килешле генә итеп, битенә шул уҡ төҫтәге битлек кейгән, культура - культура инде.
Тыуған көндә лә кеше ауылын уйлап торор икән:
- Эскелеге -эскелек, иптәштәр, тел бөтә лә баһа. Татарыныҡы ла бөтә, башҡортоноҡо ла, шул турала уйларға кәрәк, - апайыбыҙ залда ултырған түрәләргә - башлыҡ урынбаҫары Д. Акилов менән ҡоролтай рәйесе (уны ниңәлер ҡоролтай рәсәйе тип әйттеләр, баһаһын ил күләменә тиклем күтәрҙеләр) Ю.Ишмөхәмәтовҡа баҡты, - тегендә бараһың - русса, бында киләһең - русса. Әрләп китәм татар балаларын шул саҡта.