Все новости
Байрам уңайынан
7 Марта 2022, 14:35

Ҡатын-ҡыҙға мәҙхиә

Байрам менән ҡотлайым, һөйкөмлө аҡыл эйәләре әсәйҙәр, шуҡ, төртмә һүҙле еңгәйҙәр, шаян остоҡай ҡыҙҙар, тәмле телле килендәр! Бәхетле булығыҙ! Яҙҙай яҡты булһын йөҙөгөҙ! 

Ҡатын-ҡыҙға мәҙхиә
Ҡатын-ҡыҙға мәҙхиә

Ҡылансыҡ яҙ әле көлә, әле илай-
Ун биш йәшлек үҫмер ҡыҙҙың холҡо шулай.
Баш осонда осондороп һайрай турғай,
Киләсәге оҙон-оҙаҡ йәйғорло йәй.

Йәшлек мәле-еләк кеүек бешкән сағы, 

Һутҡа тулып өҙөлөп тә төшөр мәле.
Һөйөү тулы йөрәгенә аҫҡыс табып
Килһен генә өлөшөнә төшкән йәре.
 
Алсаҡ көҙө- ғүмеренең сағыу сағы.
Тәлгәш-тәлгәш емештәрен тирер әле.
Донъя көтөп, хәләл ризыҡ татытырға
Табынына яҡындарын йыйыр әле.
 
Офоҡтағы ҡояш нуры һүрәнәйҙе.
Ҡыш миҙгеле әллә инде еттеләме...
Ҡыш етеүе ғүмер сиге түгелдер бит,
Ҡатын ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар бит әле.
Рима ИБРАҺИМОВА, Ҡотлоюл ауылы.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: