Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2022, 13:04

Йомаҡ булып ҡала белегеҙ

- Барлыҡ гүзәл заттарҙы ла байрам менән ихлас ҡотлайым. Һаулыҡ, именлек, бәхетле тормош теләйем. 

Йомаҡ булып ҡала белегеҙ
Йомаҡ булып ҡала белегеҙ

Киләсәктә лә донъяның йәме булып йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Ҡатын-ҡыҙ булыуы, бәлки, еңел түгелдер, ә шулай ҙа барыһы ла үҙеңдән тора. Проблемалар ҙа был заманда юҡ түгел, ләкин ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Эшләргә кәрәк, ә кемдәндер көтөп, йә булмаһа ир-аттарға һалышып ултырырға түгел. Ҡатын-ҡыҙ – ул донъя тотҡаһы тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, шуға артабан да тырыш булып, йәшәүгә йәм өҫтәп, тормошта балҡырға кәрәк. Шулай уҡ гүзәл заттарға ғына хас булған йомаҡ булып ҡала белеү ҙә мотлаҡ.

Светлана Тураева, Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт идараһы начальнигы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: