Все новости
Байрам уңайынан
12 Апреля 2022, 11:13

Оло йөрәкле ҡатын

Ул эштән китән мәлендә янына барҙыҡ, йортона, ҡара һыуыҡ көҙ ине.

Оло йөрәкле ҡатын
Оло йөрәкле ҡатын

Кәйефе юҡ саҡ (эштән "һорап" ебәрҙеләр). Ана шул кәйефен белеп тә барҙыҡ инде - ҡулыбыҙҙа торт һәм Маҡтау грамотаһы. Хәс Ғафуриса килеп сыҡты:

"Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була,

Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була". 

Ысынлап та,  Клара Нестрогаева менән бик килешеп эшләнек. Ул мәғлүмәт бүлеге начальнигы булды, ул саҡта был бүлектә ике генә кеше эшләй, ғәжәп, барыһына ла өлгөрө инеләр (хәҙер эт өйөрө һымаҡ булып киттеләр). Клара Рәшит ҡыҙын ҡапыл ғына ниңә иҫкә төшөрҙөк? Тиҙҙән Үҙидара көнө, уның тормош иптәше, Нестрогаев Александр Викторович та, ғүмерен районға биргән кеше, был байрам икеһенә лә ҡағыла, күрешеп алайыҡмы әллә? Торт алырлыҡ ҡына аҡса бар. 
- Хәлдәрем һәйбәт минең, - Клара Клара инде, тауышы һаман йәш, - Аллаға шөкөр, һеҙ килгәндә бер генә ейәнем ине, уға тағы ла ике ейәнсәр өҫтәлде. Һәүетемсә йәшәп ятабыҙ. 
Клара Рашит ҡыҙы ике һүҙҙең береһендә динде ҡыҫтыра, ул сиркәүҙә балалар уҡыта икән - Православие дине нигеҙҙәрен балаларға төшөндөрә. Нисек кенә ныҡышмайыҡ, осрашыуҙан баш тартты, беҙҙә әле Бөйөк Пост тине. 
- Ҡайҙа эшләһәм дә, Молоканда, Күмертауҙа балалар уҡыттым, хакимиәттә, миңә гел һәйбәт кешеләр осрап торҙо, - эштән нисек ебәргәндәрен онотҡан, ғәйеп һаҡламай, дини кеше бит, - уҡыусыларым гел рәхмәт әйтеп тора. Хакимиәттән коллегалар менән осрашаһығыҙмы - әллә, осраһалар осрашам. Һеҙгә лә ҙур рәхмәт, заманында һәйбәт эшләнек.... Әңгәмә.... юҡтыр, әле беҙҙең ҡыҙыу осор, әлегә, ана, Ирина Ринат ҡыҙынан ала тороғоҙ... 
Ошолай һөйләшеү. Ғәйеп беҙҙә лә юҡ, үкенескә ҡалманы береһе лә. Байрам менән ҡотланыҡ. Ул тәүҙә ниндәй байрам тип аптырап торҙо, дини байрамдыр тип уйланы. К. Несторгаева һаман һүҙгә әүәҫ, танһыҡ ҡанғансы һөйләштек. Үҙен күрмәһәк тә, һыны күҙ алдына баҫты: йылмайып торған бәләкәй генә кәүҙәле, әммә оло йөрәкле ҡатын. Иҫәнлектән айырмаһын һеҙҙе, Клара Рашитовна, Александр Викторович. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: