Все новости
Байрам уңайынан
21 Апреля 2022, 13:27

Ауыл йәме

"Күрше күршегә йөрөй торған заманы" - ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә, ваҡыты шулайыраҡмы, үҙебеҙ әллә нимә эшләнекме, Хоҙай белһен.  

Ауыл йәме
Ауыл йәме
Яңы Таймаҫта ла тормош үҙ яйы менән аға. Совхоз булған ауыл бит ул, төрлөһө төрлө ерҙән йыйылған халыҡ йәшәй тиһәң дә була, шулай ҙа бында күрше хаҡын ҡәҙер иткән, ауылды үҙҙәре йәмләгән кешеләр йәшәй. 
Флүрә Вәлитоваға 75 йәш тулды. Юғары ерҙәрҙән ҡотлау телеграммалары, моғайын, булмағандыр, уның ҡарауы Хөкүмәт наградаһынан да ҡәҙерлерәк бүләк алған инәйебеҙ: бар тирә-яҡ күрше-күлән өйөн тултырып килеп ингән. Байрамы менән ҡотларға. Доға ҡылғандар, әллә күпме матур-матур теләктәр әйткәндәр. Илгә, йортҡа тыныслыҡ, бәрәкәт теләгәндәр. Һәм, әлбиттә, Флүрә инәйгә һаулыҡ һорағандар. Ауыл йәме бит ул, һәйбәт күрше, бер-беребеҙҙе ҡотлашып, бер беребеҙгә йөрөшөп имен тормошта оҙаҡ итеп йәшәйек әле. Шулай була күрһен шул.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: