Все новости
Байрам уңайынан
22 Апреля 2022, 11:17

“Тик ултырғандан килеп сыҡмай”

Үҙенең 72 йәшен ҡаршы алған Иван Оськин 1988-1997 йылдарҙа ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән.

“Тик ултырғандан килеп сыҡмай”
“Тик ултырғандан килеп сыҡмай”

- Хәҙерге ваҡытта ҡала башлығы урынбаҫары булһағыҙ, нимәләргә иғтибар йүнәлтер инегеҙ?
- Үҙем эшләп өлгөрмәгән эштәрҙе башҡарып ҡуйыр инем. Тәү сиратта тимер юл вокзалын яңыны төҙөтөр инем. Хәҙер ҡала үҫте, социаль-мәҙәни үҙәктәр күбәйтер инем. Маяҡ, Ира, Алексеевка ауылдарына иғтибарҙы бүлер инем, минең ҡарашҡа улар иғтибарҙан ситтә ҡала кеүек. Алексеевкала мәктәпте ҡарар инем, йә булмаһа яңыны төҙөргә, йә үҙгәртеп ҡорорға кәрәктер тип уйлайым.
- Нимә теләр инегеҙ ҡала халҡына?
- Эшләгән кешеләрҙең барыһына ла элекке кеүек бушҡа фатир бирһендәр ине. Хәҙер ул саҡтағы кеүек төҙөлөштәр ҙә бик күренмәй. Элек фатирға сират булһа ла, бушҡа, барыбер, торлаҡ ала алдылар, ә хәҙер ундай нимә юҡ шикелле. Ана, ҡарағыҙ, ҡасандыр гөрләп торған “Искра” заводы хәҙер ниндәй хәлдә? Әгәр ҙә һуғыш тураһында фильм төшөрөргә кәрәк икән, нәҡ шунда барыр кәрәк. “Искра”ла төшөрһәң, һуғыш ососро һүрәтләнәсәк тә.
- Улығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайлаған бит.
- Эйе. Евгений улым Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында начальник урынбаҫары, ҡала советы депутаты. Мин дә шул предприятиела етәксе урынбаҫары, ҡала советы депутаты булдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улыбыҙ Сергей 35 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп барҙы.

Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: