Все новости
Байрам уңайынан
7 Мая 2022, 08:06

Ауылда вәлсәпит парады

Йыл һайын беҙҙең ауылда, Бөйөк Еңеүгә бағышлап, велосипедтар парады үтә.

Ауылда вәлсәпит парады
Ауылда вәлсәпит парады

Колоннаның алдынан һәм иң аҙаҡтан уҡытыусылар килә. Ауылдағы урамдарҙың боролошонда ла, флагтар тотоп, уҡытыусылар ҡаршы ала. Әлбиттә, синыф етәкселәре, ОБЖ уқытыусыһы тарафынан барыһына ла инструктаж үткәрелә. Балаларға был сара бик оҡшай, ата- әсәләр балаларына велосипедтар алып бирергә тырыша. "Олатай, Еңеү өсөн рәхмәтлемен!" исемле сара патриоттар, илһөйәрҙәр тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ауыл буйлап тигеҙ сафтарҙа велосипедсыларзың уҙыуы матур күренеш. Рәхмәт ойоштороусыларға һәм балаларға!

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: