Все новости
Байрам уңайынан
9 Мая 2022, 07:48

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ

Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
Был Бөйөк байрам, төрлө быуын кешеләрен берләштергән байрам булып айырылып тора. Һуғыш яландарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыусы, донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусы ҡаһарман яугирҙарыбыҙ, киләсәк быуын өсөн өлгө булып тора.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайһа ла, ул килтергән яралар онотолмай. Бөгөн беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға саҡыра.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙ Тыуған ил азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙығыҙ, емерелгән илде тергеҙҙегеҙ, тыуған еребеҙҙең иҡтисад, сәнәғәт, төҙөлөш һәм социаль-мәҙәни өлкәләренең артабанғы үҫешен тәьмин иттегеҙ һәм беҙгә тыныс, аяҙ күк йөҙө бүләк иттегеҙ.
Беҙ тыныс илдә, матур тормошта йәшәһен өсөн ошо ҡурҡыныс яуҙа ғүмерҙәрен ҡылған һалдаттарҙы яҡты иҫтәлектәр менән хәтергә алабыҙ.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ысын күңелдән: ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, аяҙ күк йөҙө, бар уй-теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, тормошоғоҙҙа яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар булып тороуын, кәйеф көрлөгө, көндәлек эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөйөк Еңеү көнө менән! Күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс һәм имен, тормошоғоҙ уңышлы һәм тотороҡло булһын!
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: