Все новости
Байрам уңайынан
9 Мая 2022, 11:58

Мәңге хәтерҙә ҡалыр

- Быйыл халыҡ ныҡ күп, - Ермолаево ауылындағы Еңеү байрамын оҙаҡ йылдар күҙәткән кешенең һүҙҙәре шулай булды. 

Мәңге хәтерҙә ҡалыр
Мәңге хәтерҙә ҡалыр

 Ысынлап та, бөгөн район үҙәге шыпа тулды ла ҡуйҙы, ҡалай күмәкбеҙ икән дә! 

Үлемһеҙ полк сафтарына начальство ҡушты тип баҫмағандар, үҙебеҙ һөйләштек әллә нисә кеше менән, олаталарының фотоларын күрһәтәләр, батырлыҡтары тураһында һөйләйҙәр, ныҡ ғорурҙар, әйтерһең, яуҙан үҙҙәре еңеп ҡайтҡан. Митинг та киң ҡолас менән үтте, йырҙар, телмәрҙәр.... Телмәр башҡа ваҡыттағына ҡарағанда, беҙҙеңсә, саҡ ҡына асыулыраҡ та яңғыраны кеүек - ике һүҙҙең береһендә Украина. Дәһшәтле телмәр бөтөр ҙә, барыбыҙҙа йыйналышып, ошонан туп-тура һуғышҡа китеп барырбыҙ кеүек тә тойолдо. Һалдат бутҡаһы бығырлап бешеп ултыра, халыҡ бер-береһе менән ҡосаҡлаша, ленталар өләшәләр, фото-видео төшөрәләр.... Еңеү көнө мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ бара.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: