Все новости
Байрам уңайынан
9 Мая 2022, 08:04

Һәр беребеҙ өсөн изге байрам

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! 

Һәр беребеҙ өсөн изге байрам
Һәр беребеҙ өсөн изге байрам

9 Май – үҙенсәлекле хис-тойғолар менән ҡаршылаған, һәр беребеҙ өсөн изге һәм ҡәҙерле булған байрам ул.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында батырҙарса һуғышҡан яугирҙарҙы, еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәрен һәм һуғыштан һуң илде емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыусыларҙы – барыһын да хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Киләсәк быуындар бәхете хаҡына башҡарылған героик хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде әйтәм.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет-ҡыуаныстар, баш осонда тыныс һәм аяҙ күк теләйем!
З.З. БАЙҒУСҠАРОВ,
РФ Дәүләт Думаһы депутаты

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: