Вилсәпитенә, ни ғиллә менәндер, ҡайһылыр еренә таяҡ тыҡҡан, таяҡ башында ошо флаг. Туҡтаттыҡ. Булат Урманбәтов. Байрамына ҡарата хәрби формала үҙе. Старший прапорщик.
- Әллә алдап таҡтыңмы был погондарҙы? - донъяһы шулайыраҡ, генерал булмаған да хәҙер лампаслы ыштан кейә.
- Юҡ, ысын звание, бына документтары, - Булат ағай галифе салбары кеҫәһенә тығыла, ысын прапор икән.
- Байрамға ҡалаға киттем, мине хәҙер районға бик саҡырып бармайҙар, әллә ҡарт тиҙәрме, 67 йәш тә миңә.
Һынап ҡарайбыҙ, уҙа барһа, 50-не биреп була. Гел хәрәкәттә, ҡайҙан ҡарт булһын, егет кенә сағы.
Булат Урманбәтов, беҙҙең фекерҙе дөрөҫләп, һүҙен дауам итә:
- Һаман сафта ул мин, әле пожар машинаһында эшләйем, Ҡансыраға завклуб кәрәк, унда барһам да емертеп эшләйем ул мин.
Шикләнмәйбеҙ.
- Йорт һалып сыҡтым, 170 квадрат.
Ағайҙың дәрте беҙгә лә күсте, ҡосаҡлап хушлашайыҡ тиһәк, бының һүҙе бөтмәй.
- Резеда килеп йөрөй...
Киләлер. Быныһына ла шик юҡ. Килмәй ҡара, үкенерһең - ул һаман сафта.