Все новости
Байрам уңайынан
19 Мая 2022, 12:25

50 йылдан һуң

Пионерҙар көнө уңайынан Керәүле мәктәбендә матур осрашыу бара. Был райондың Йәмәғәт палатаһына етәксе Эльза Васильева ойошторған.

50 йылдан һуң
50 йылдан һуң

- Беҙҙең өсөн был бигерәк матур, иҫтәлекле сара. Уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ, барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Сараға Ермолаево ауылынан килеп еттем. Беҙ мәктәпте 50 йыл элек тамамланыҡ, ҡайһы берәүҙәр менән шул ваҡыттан бирле осрашҡан юҡ, ҡайһы берәүҙәр менән икенсегә генә осрашып торабыҙ. Хатта яңынан танышҡан, йәшлегебеҙгә ҡайтҡан һымаҡ булып ҡалдыҡ. Беҙ уҡыған мәктәп күптән инде булмаһа ла, яңы мәктәптә шул тиклем йылы итеп ҡаршы алдылар, шуға тыуған мәктәбебеҙ кеүек булды. Уҡытыусылар йылмайышып, уҡыусылар иҫәнләшеп үтәләр, йыйыштырыусылар ҙа ҡаршы алып оҙатып йөрөйҙәр. Ауыл биләмәһе башлығы Игорь Ворошиловҡа һәм Эльза Сәмиғулла ҡыҙына беҙҙе онотмай, ошондай ҙур байрам ойошторғандары өсөн рәхмәлебеҙ, - тип ҡыуаныстары менән бүлеште Валентина Климова-Челышева.
- Бөгөн беҙ ауыл мәктәбендә 1972 йылғы сығарылыш уҡыусыларын йыйҙыҡ. Бер-береһе менән осрашып, аралашып, шул тиклем ҡанатланып, дәртләнешеп йөрөйҙәр, уларҙы күреп үҙебеҙ ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Әле мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙек, хәҙер байрам линейкаһы ла була. Был осрашыуҙы ойоштороуҙа, миңә ошо сығарылыш уҡыусыһы Михаил Кирилов ныҡ ярҙам итте. Ул барыһына ла шылтыратып, табып, саҡырҙы, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Эльза Сәмиғулла ҡыҙы.

50 йылдан һуң
50 йылдан һуң
Автор:
Читайте нас: