

Эльвира Хөрмәт ҡыҙын беҙ бик хөрмәт итәбеҙ, уның үҙ эшен яратып, белеп башҡарыуы маҡтауға лайыҡ. Ул йомарт, ихлас, алсаҡ күңелле белгес, китапхана эштәренән тыш мәктәбебеҙҙә немец телен дә уҡытып өлгөрә. Үҙ эшен намыҫлы итеп, бар күңелен һалып башҡарғанғалыр, китапханабыҙҙан төрлө йәштәге балалар бер ҡасан да өҙөлмәй. Кем, ниндәй һорау менән генә килһә лә, Эльвира Хөрмәт ҡыҙы һәр береһен тыңлап, аңлап, ярҙам итергә тырыша.
3-сө БРГИ-ның уҡыусылары Әлфирә Юлдашева һәм Азалия Кикбаева.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.