

- Минең беренсе китабым Сөләймән Муллабаевтың "Тылсымлы күл" исемле шиғырҙар йыйынтығы ине. Уның иҫ киткес матур шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып, ятлап бөттөм. Хәҙер детективтар, сәйәхәтселәр тураһында художестволы һәм документаль әҫәрҙәр уҡырға яратам. Башҡорт әҙәбиәтенән Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов ижады күңелемә яҡын. Әйткәндәй, балалар фэнтези жанры менән бик ҡыҙыҡһына. Джоан Кэтлин Роулингтың "Гарри Поттер" китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөй торғас туҙып бөттө инде.
"Ете таж" балалар өсөн әҙәби үҫеш үҙәге" моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре Гөлназ Иркәбаева хаҡында материал бөгөн гәзиттә баҫылды.