- Уҡыу йылын тик һәйбәт билдәләргә генә тамамланым. Мәктәптә "Шахмат" түңәрәгенә бик теләп йөрөйөм, ярыштарҙа урындар ҙа алғаным бар. Йәйге каникул башланыуына мин бик шат та түгелмен. Яратҡан "Әҙәби уҡыу" дәрестәрен һағынырмын инде. Мәктәптә, йорт алдында, ауылда дуҫтарым күп шуға мин бик шатмын.
Минең бик ҙур хыялым бар ине - Ҡытайға барыу. Үҙемдең самокатымда Бөйөк Ҡытай стенаһы буйлап елдереп үтергә ине. Тик был хәүефле тип уйланым да, был хыялымдан баш тарттым. Әле мин Африкаға барып арыҫландарҙы күреү хыялы менән янам.
Үҫкәс мин билдәле рәссам булырға теләйем. Айһылыу апайым һүрәттәрҙе матур төшөрә, уға ҡарап мин дә тырышам. Ильяс мырҙам менән икәүләп ултырып төрлө һүрәттәр төшөрәбеҙ.
"Юшатыр", Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан, "Бала күңеле далала" исемле материал әҙерләй. Баланың фантазияһы бай, уйҙары эскерһеҙ, һеҙҙең дә сабыйығыҙҙың әйтер һүҙҙәре булһа, көтәбеҙ,