Байрам уңайынан
1 Июнь 2022, 05:34

Бәхетле ғүмер кисер

Ҡәҙерле дуҫыбыҙ Миниғәлей Минибай улы ЧУРИН үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Бәхетле ғүмер кисерБәхетле ғүмер кисер
Бәхетле ғүмер кисер

Абдул ауылы
Ҡәҙерле дуҫыбыҙ Миниғәлей Минибай улы ЧУРИН үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Беҙҙең саҡтар бар ине,
Күң урамдар тар ине...
Ҡасандыр Туғай Кинйәһе урамын шаулатып, йырлап йөрөгән малай ғүмеренең оло ваҡиғаһын байрам итә.
Донъяның әсеһен-сөсөһөн татып үҫте ул. Йәйен-ҡышын йәйәүләп 4 саҡрым Абдул мәктәбенә йөрөп уҡыны. Буранда ла ҡалды, боҙло һыуҙы ла кисте. Дәрте булғас иҫке гармундың тишектәрен ҡатыҡлы ҡағыҙ менән ямап, гармунда уйнарға өйрәнде. Маяҡ һөнәрселек училищеһын тамамлап, тракторсы, комбайынсы булып эшләне, фермаларҙа мал да ҡараны.
Беренсе Чечен һуғышында ҡатнашҡан, йыр-моңға һәләте ҙур булған улдары Азаматтың фажиғәле үлемен дә кисерҙе, тормош иптәше Зәйтүнә менән. Хәҙер улар мул тормошта йәшәйҙәр. Юбилярға сәләмәтлек, Зәйтүнәһе һәм күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, дуҫтары менән оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән дуҫтары З.Исхаҡов, Ю.Ишмөхәмәтов, И.Ғәҙелшин, Н.Сабанчин, С.Һөйөнов, Д.Исхаҡов.

Бәхетле ғүмер кисер
Бәхетле ғүмер кисер
Автор:
Читайте нас