Байрам уңайынан
11 Июня 2022, 03:42

Эй, халҡымдың матур йолалары!

Яҡшымбәт һабантуйын әллә нисәмә халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. 

Эй, халҡымдың матур йолалары!Эй, халҡымдың матур йолалары!
Эй, халҡымдың матур йолалары!
Искра хужалығы эшселәре, хаҡлы ялға сыҡҡандар, интеллигенция вәкилдәре. Ситтә йәшәгәндәр ауылдарына ашыҡты -байрам шәп булмаҡсы. Сөнки күрәләр: хужалыҡ ныҡлы әҙерләнде (был хаҡта Юшатыр яҙҙы), ауылдар урам буйлап йөрөп байрамға бүләктәр йыйҙы. Кисә Ҡотлоюлда нисек итеп бүләк йыйғанын яҙҙыҡ, кемдер һорай һалды: ә Яҡуп ҡайҙа? Улар әҙергә - бәҙер булып, ҡул ҡаушырып ултырамы? Ултырыр! Ҡутарылып сығып, улар ҙа бүләк йыйҙы. Бик матур тамаша булды был, эй, халҡымдың матур йолалары! 
Ҡыҫҡаһы, Яҡуп байрамға күптән әҙер. 
Репортаж саҡ ҡына һуңыраҡ. 
Фотолар Яҡуп (Шайтанка) төркөмөнән.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас