Все новости
Байрам уңайынан
23 Июля 2022, 09:52

Һатыусы - һатыусы булып ҡала

Бөгөнгө байрамды ситләтеп, күрмәй генә үтеп китеп булмай- Сауҙа хеҙмәтҡәрҙәре көнө.  

Һатыусы - һатыусы булып ҡала
Һатыусы - һатыусы булып ҡала
Ауылда, хәйер, ҡалала ла инде, улар иң кәрәкле кешеләрҙең береһе. Көн дә кәрәк кешеләр. Керәүле-Илюшкин ауылы был хаҡта яҡшы белә, кисә сауҙала эшләгән ветерандарҙы йыйып, бер аҙ ултырып алғандар. Хәтирәләргә бирелгәндәр, бигерәк тә, туҡһанынсы йылдарҙы хәтергә алғандар: иҫләйһеңме, бер ни юҡ саҡ, һиңә килә инек ялбарып - аҡсалы булғансы, яҙҙырып биреп тор, тереләй һуйма. Бирҙең бит гел, аслыҡтан ҡотҡарҙың - ошолайыраҡ та һөйләшеү булған. 
Һатыусы ғүмере буйы һәйбәт һатыусы булып ҡала - кеше йәнле, изге күңелле, йомарт. Барыһы өсөн рәхмәт, байрамығыҙ менән, апайҙар! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: