Все новости
Байрам уңайынан
31 Июля 2022, 10:51

Ғаилә байрамы

Бөгөн Хәрби Диңгеҙ флоты көнө.  

Ғаилә байрамы
Ғаилә байрамы
Тәү ҡарашҡа, ирҙәр байрамы бит ул, армияға беҙҙә егеттәр генә бара. Әммә татыу ғаиләлә был һинеке, был минеке тип айырып ултырыу булмай - барыһы ла уртаҡ, барыһы ла бергә. 
Ермолаевола йәшәгән Исмәғилевтар ғаиләһендә тап шулай. Бөгөн барыһы бергә, байрам итәбеҙ тип, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы янына килгән. Дамир, Зифа һәм уларҙың береһенән береһе матур балалары. Яндарынағы бик таныш булмаған шулай уҡ моряк кейемендәге егетте күргәс, атаҡ, улығыҙ ҡалай үҫеп киткән, армияға ла барып ҡайтҡан тип бот саптыҡ. Яңғылышҡанбыҙ, егетебеҙ Федоровканан, Юлдаш ауылынан икән, Зифа Зим ҡыҙының мырҙаһы Ринат Ахмедов, ул да Диңгеҙҙә хеҙмәт иткән. Бына, еҙнәһе, апаһы менән бергә, байрамды тулыландырып йөрөй. 
Байрамығыҙ менән! Диңгеҙ Флоты көнө үтә лә китә, ғаилә байрамдарығыҙ бөтмәҫ булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: