Все новости
Байрам уңайынан
7 Августа 2022, 08:49

Уларға ҡара ла аңла

Куйбышев тимер юл селтәренең Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған Мораптал тимер юл станцияһы хеҙмәткәрҙәре Рәмил Заһитовты, Илдар Мәһәҙиевты, Рәмзил Ғәлиевты, Ринат Ҡәҙерғоловты, Финерат Туҡаевты, Уразбай Акласовты, Фәнил Исламғоловты, Сергей Сафроновты, Сергей Медведевты, Дамир Аҙнабаевты, Әсхәт Табилдинды һөнәри байрамдары – Тимер юлсылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Уларға ҡара ла аңла
Уларға ҡара ла аңла

Миҙгелдең, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, улар тәүлек әйләнәһенә көндәлек ауыр эш менән пассажирҙар һәм йөк составтарының хәүефһеҙлеген, тотҡарлыҡһыҙ йөрөүен, йөк вагондарының ваҡытында тейәлеп оҙатылыуын тәьмин итәләр һәм составтарҙың төҙөклөгө өсөн яуаплылар. Һеҙҙең үтә яуаплы ла һәм ауыр ҙа булған эшегеҙҙә түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем.
Шундай ир-егеттәр була,
Әйтерһең дә, сал бөркөт.
Буй-һындары, ҡараштары
Ғорурлыҡ тора бөркөп.
Рухы, даны көслө итә
Ирҙәрҙең аҫылдарын!
Уларға ҡара ла аңла —
Йәшәүҙең асылдарын!
Иң изге теләктәр менән Стәрлетамаҡ дистанцияһының ИЧ-4-се инфраструктураһы, 9-сы линия участогы, 3-сө ПДС участогы начальнигы Азат Юлсурин.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: