Все новости
Байрам уңайынан
8 Августа 2022, 14:28

Үҙеңдеке - үҙеңдеке инде

Балды Хоҙай Тәғәләнең тәғәме тиҙәр. 

Үҙеңдеке - үҙеңдеке инде
Үҙеңдеке - үҙеңдеке инде

Шулайҙыр, юҡһа, ҡорт балы тип күптәрҙең иҫе китмәҫ ине. Балды ашағанда ғына рәхәт, бал ҡорттарын тәрбиәләү - егәрле кешенең генә ҡулынан килә. 

Рөстәм Халиҡовты кем белә, уны ялҡау тип әйтергә теле әйләнмәҫ, белмәгән һөнәре юҡлығы өҫтөнә, ныҡышмал да егет. Эштән бушаған мәлдәре һирәк, шулай ҙа быйылдан ул бал ҡорто тоторға ҡарар итте - һатып алғанға ҡарағанда, үҙеңдең ашау тәмлерәк. Йәйе шулай үтеп китеп бара, бер аяғы ҡалала (эшендә), икенсе аяғы ауылда - ҡорттары янында. Бал ҡорттарын аҡыллы ла тиҙәр, Рөстәм быныһына ла ышанды, бөжәктәр менән серләшкән дә һымаҡ булып китә ҡай саҡ, тегеләре яҡшы кешене әллә һиҙә - бер генә лә саҡманылар үҙен. Тәүге балдарын ашап ҡаранылар ҙа инде, телдәрен йотмай саҡ ҡалдылар - үҙеңдеке үҙеңдеке инде - быға еткән бал донъяла юҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: