Все новости
Байрам уңайынан
12 Августа 2022, 16:40

Йылмайыуҙар йөҙөгөҙҙән мәңге китмәһен!

Элек, кем хәтерләй, "Крокодил" журналында "Баа, знакомые все лица" тигән рубрика була торғайны. 

Йылмайыуҙар йөҙөгөҙҙән мәңге китмәһен!
Йылмайыуҙар йөҙөгөҙҙән мәңге китмәһен!
Бөгөнгө Өфөлә барған Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен күҙләп ултыра торғас, ошо журнал, ошо рубрика иҫкә төшөп китте. Гел беҙҙекеләр ҙә ул бында! Ана, тегендә район мәғарифының береһенән-береһе матур ҡыҙҙары, күлдәктәрен ялпылдатып, китеп бара, бында Сабанчин тора, арыраҡ Тимербулатов. Ана, Акилов, тегендә лә, бында ла фотоға төшөргә өлгөрәйем тип, сабыулап йөрөй. Түрҙә ултырғандар араһында ла беҙҙекеләр -Лира Рафаэль ҡыҙы. Уны, әллә күпме күрмәһәк тә, нисек танымайһың, шулай уҡ сибәр. 
Әле уҡытыусыларыбыҙҙың иң шатлыҡлы мәлдәре. Шул уҡ ваҡытта тулҡынланыу ҙа юҡ түгел, алда - оло һынауҙар, яңы уҡыу йылы көтөп тора. Йыл буйы әлегеләй бәхетле йылмайыуығыҙ йөҙөгөҙҙән китмәһен ине, хөрмәтле мөғәлимдәр! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: