Все новости
Байрам уңайынан
20 Августа 2022, 11:42

Күңелдәр күктә беҙҙең

Был сама уҡ күп кеше килер тип уйламағайныҡ.

Күңелдәр күктә беҙҙең
Күңелдәр күктә беҙҙең
Һауа Флоты көнөнә арналған авиашоу барған ерҙә, Холмогорҙа, баҫып торор урын ҡалманы, машиналар тәғәйен майҙанға һыймай, ситкә үк сығып киттеләр, Ермолаево-Маяҡ юлы буйын тултырҙылар. Иген сапҡан комбайндарға хатта үтергә урын ҡалдырмағандар икән, ҡысҡырып, машина хужаһын табып, алдырҙылар - икмәк көтөп тормай. 
Халыҡтың күп килеүе ғәжәп тә түгел, һәр кем һауалар тураһында хыяллана. Сараны асып, район башлығы Юлай Ильясов тап шулай тине:
- Мин бәләкәстән самолетта осорға хыялландым, килеп сыҡманы, армияла стройбатҡа эләктем. 
Үҙем оса алманым, исмаһам, малайым булһа ла осһон тигән кеүек, күптәр балаларын алып килгән ине. Ҡарап ҡал, улым, - тип өндәште аталар, елкәһендә ултырған балаһына, - миңә ерҙән генә йөрөргә яҙған, һин булһа ла минең хыялды ысын ит. 
Төрлө осоштар күрһәтелде, халыҡ аһ итеп ҡарап торҙо. Күңелдәре менән булһа ла, самолетта, штурвал артында үҙҙәре китеп бара инеләр. 
Барыбыҙ ҙа, ысынында, осабыҙ, бөтәбеҙ ҙә летчиктар, хатта космонавтар. Төштәрҙә йәки ғашиҡ булған мәлдәрҙә. Байрам менән ҡотлап, тап шуны теләйбеҙ ҙә: аяҡтар ерҙә булһа ла, күңелдәр гел күктә булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: