Все новости
Байрам уңайынан
31 Августа 2022, 13:08

Гел яҡшы кәйефтә

Йәнә бер ҡат мал табиптары тураһында.

Гел яҡшы кәйефтә
Гел яҡшы кәйефтә

Бөгөнгө байрамдарын район хакимиәте иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ветстанцияның алыштырғыһыҙ начальнигы Рәмилә Иҫәнғолованың, уның ал-ял белмәй эшләгән бөтөн коллективының ҡулдарын Урал Ибраһимов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, ҡаты итеп ҡыҫты. Бүләккә - грамота һәм сәскәләр. Ауыл хужалығын тармағын һеҙһеҙ күҙ алдына килтереп булмай, ветеринарҙар гел фронттың алғы һыҙығында, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, -  тине Урал Дамир улы. Башҡалар ҙа уның һүҙен йүпәтләне.

Рәмилә Хәмит ҡыҙы - ҡатын-ҡыҙ заты - сәскәләрҙең дә, йылы һүҙҙең да ҡәҙерен белә торған кеше, күңеле тулышып китте, кәйефе, күҙгә күренеп, күтәрелде. Алдағы көндәрҙә лә әлегеләй кәйефтә эшләргә яҙһын һеҙгә, ветеринарҙар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: