Все новости
Байрам уңайынан
31 Августа 2022, 10:16

Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!

Бөгөн уларҙың көнө. Байрамдары йылына бер генә булһа ла, кемдер, бәлки, уларҙы миҙгелдә бер генә ҡотлаһа, иҫкә төшөрһә лә, улар көн дә кәрәк кешеләр - ветеринарҙар. 

Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!
Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!

Райондың Абдул бүлексәһе мал табиптары тураһында әйтеп үтке килде. Бындай берҙәм, татыу коллективты башҡа ҙурыраҡ учреждениеларҙа ла осратып булмаҫ, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Эштә лә шулай, ялдарында ла шулайҙар. Кемдең тыуған көнө, балаһы тыуған, ейәне булған - оло ваҡиғаны ғына түгел, бәләкәйен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай улар. Пенсияға китте инде был, тип тә онотмай, оло кеше янына, гел һуғылып, хәлен беләләр.
Алдамай әйтергә кәрәк, был байрам тураһында беҙ ҙә онота биреп ултыра инек (ҡалала мал ҡайғыһы юҡ, ит-һөттө магазиндан алабыҙ), Салауат Бикмаев иҫкә төшөрҙө. Өфөгә китеп барышлай шылтыратты. Үҙем бында, йәнем малдар янында, ти. 

Малдың теле юҡ, күҙҙәре менән рәхмәт әйтә, ә беҙ - теле заттар, иҫән-һау булған һыйыр, һарыҡ, кәзә, тауыҡтар өсөн әйтәбеҙ: рәхмәт һеҙгә, егеттәр! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: