Все новости
Байрам уңайынан
23 Сентября 2022, 10:35

Үҙебеҙ һайлаған юл

Рәсәй санитар-эпидемиологик хеҙмәте барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулды. 

Үҙебеҙ һайлаған юл
Үҙебеҙ һайлаған юл

- 18 йыл ул аҙ ваҡыт түгел, ошо дәүерҙә иң бәкәлгә һуҡҡаны нимә булды?
- Мин эшләй башлағанда территориаль бүлектә 24 кеше эшләне, үҙ транспортыбыҙ ҙа бар ине. Күмертауҙа һәм Мәләүездә ике урынбаҫарым, Федоровкала, Мораҡта бүлектәребеҙ булды. Ә хәҙер талаптар арта, ә 5-6 ғына кеше эшләй. Талаптар менән бергә эш тә өҫтәлеп кенә тора. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Ошо сағыштырыуҙарға ҡарағанда, беҙгә эшләүе еңелерәк булғандыр тип уйлайым.
- Кеше һаны аҙайыуы нимәнән ғибрәт һуң?
- Һәр тармаҡтағы һымаҡ, беҙҙе лә оптимизация урап үтмәне, икенсенән, кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡын тора. Йәштәр беҙгә килә һалып бармай.
- Тимәк, башҡа өлкәләрҙәге кеүек үк бында ла кадрҙар етмәй килеп сығамы?
- Эйе. Медицина университеты бөткәндәр килергә тейеш, әммә улар үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләгеләре килмәй. Кемдәрҙер һатыуға, кемдәрҙер башҡа аҡсалыраҡ тармаҡҡа китә. Ҡайҙа күберәк түләйҙәр, шул юлды һайлайҙар бит хәҙерге йәш белгестәр. Етмәһә, беҙҙә эшләй башлағанда хеҙмәт хаҡы аҙ. Мәҫәлән, өс ай мотлаҡ белгес булып эшләргә тейеш, ул бер 14 мең һум ғына аласаҡ. Аҙаҡ инде арттыралар, шулай ҙа күп түгел.

 Рафаэль Әхәт улы Ибәтуллин менән әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: