Все новости
Байрам уңайынан
30 Сентября 2022, 16:19

Хужалығыбыҙға рәхмәт!

“Искра” хужалығы үҙенең оло йәштәгеләрен байрам менән тәбрикләне.

Хужалығыбыҙға рәхмәт!
Хужалығыбыҙға рәхмәт!

Гөлфирә Исмәғилова:
- Мине Ололар көнө менән ҡотлап бүләкләгәндәре өсөн, үҙем эшләгән “Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафинға, хеҙмәттәштәремә бик ҙур рәхмәтлемен. Беҙҙе ҙурлағандары өсөн, Хоҙай Тәғәлә үҙҙәрен һөйөндөрһөн. Һәр беребеҙгә именлек, сәләмәтлек, уңыштар юлдаш булһын.
Ленира Берҙина:
- Бөгөн беҙҙе “Искра” хужалығы хеҙмәткәрҙәре саҡырып байрам менән ҡотланы. Улар изге теләктәрен әйтеп, бүләктәр ҙә тапшырҙы. Хужалығыбыҙҙың коллективына һәм етәксеһе Рәмил Ғиниәт улына рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Уға сәләмәтлектәр, иҫәнлектәр теләйем, ә хужалығыбыҙға иҡтисади үҫеш һәм уңышлыҡтар насип булһын.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: