Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября 2022, 08:59

Хөрмәтле күмертауҙар, оло быуын вәкилдәре!

Һеҙҙе Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле күмертауҙар, оло быуын вәкилдәре!
Хөрмәтле күмертауҙар, оло быуын вәкилдәре!

Һеҙ Ватаныбыҙ яҙмышындағы иң мөһим, һынылышлы ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнаштығыҙ. Оҙаҡ йылдар буйына намыҫлы хеҙмәт итеү, Күмертау ҡалаһын төҙөү - барыһы ла һеҙҙең иңдә булды.
Һүнмәҫ рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе ғүмерегеҙ буйына һаҡлап, йәш быуынға илһөйәрлек, Ватанға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө күрһәтәһегеҙ. Бай тормош тәжрибәгеҙ менән йомарт уртаҡлашаһығыҙ.
Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи көс һәм оптимизм, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтеп, алдығыҙҙа хөрмәт менән баш эйәм.
О.Ю. ФРОЛОВ, Кумертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: