Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября 2022, 08:55

Көйөргәҙенең хөрмәтле хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, оло быуын вәкилдәре!

Кешелектең тәрән мәғәнәлелек һәм гражданлыҡ камиллығы символы булған көҙгө байрамда һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткергем килә. 

Көйөргәҙенең хөрмәтле хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, оло быуын вәкилдәре!
Көйөргәҙенең хөрмәтле хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, оло быуын вәкилдәре!

Һеҙ, оло быуын вәкилдәре, хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына ирешкәнһегеҙ, илебеҙгә яҡшы йолалар булдырғанһығыҙ. Һеҙҙең күптәрегеҙ бөгөн дә Көйөргәҙе районы үҫешенә тырышып, баһалап бөткөһөҙ үҙ өлөшөн индерә, әүҙем тормош алып бара.
Ололар хаҡында хәстәрләү - һәр беребеҙҙең төп бурысы. Һеҙ үҙегеҙҙе кәрәкле һәм яҡлаулы итеп тойһон өсөн, беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Ватаныбыҙ мәнфәғәтендә күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтәм!
Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт теләйем! Йортоғоҙҙан балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ айырылмаһын ул гел яҡты, йылы, мөхәббәт менән тулы булһын, ҡайғы-хәсрәт, ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтһен!
Ю.Т.ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: