Все новости
Байрам уңайынан
5 Октября 2022, 12:53

Афарин!!!

Түбәнге Бабалар ауылында йәшәүсе беренсе уҡытыусым - әсәйем Айһылыу Булат ҡыҙы Ишмөхәмәтоваға, Уҡытыусылар көнө унайынан, рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.

Афарин!!!
Афарин!!!

Беренсе уҡытыусы... Беҙ йыш ҡына был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уҡытыусының беҙҙең тормошта ниндәй ҙур роль уйнауы хаҡында уйламайбыҙ ҙа тиерлек.
Ә бит улар уҡыусыларының һәр ҡайһыһы уңышлы һәм бәхетле булһын, тип күпме көс, хеҙмәт, тырышлыҡ, күңел йылылығы сарыф итә. Көн һайын, йылдың-йылы үҙҙәрен аямай,тулыһынса балаларға бағышлай. Дәфтәрҙәр тикшереп, яңы конспекттар әҙерләп, киләһе дәресте нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә, тип пландар ҡороп, йоҡоһоҙ төндәр уҙғара, тәрбиәләнеүселәренең уңышһыҙлыҡтарына көйөнә, уҡыусыһының бәләкәй генә уңышына ла бар йөрәгенән һөйөнә. Миңә ана шундай уҡытыусыларҙың береһе, Айһылыу Булат ҡыҙы Ишмөхәмәтовала уҡыу бәхете эләкте. Беҙҙең ауылдың нисә быуын уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы, икенсе әсәһе булды икән ул!
Һәр беребеҙ үҙенең тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөн, тәүге ҡыңғырау зыңлауын, тәүге мәктәп байрамдарын ғүмере буйы күңелендә йөрөтәлер. Эшенә бирелгән, һөнәренә тоғро ҡалған кешенең генә шулай була ала. Ата-әсәләр алдында, коллегалары, етәкселәр алдында абруйы бик ҙур уның. Һәр береһенә үҙенең йылы һүҙен таба алды, берҙәм булып, бергә эшләй, эшләтә белде. Шуның өсөн дә уның бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бар. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда.
Афарин!!!
Хөрмәтле Айһылыу Булат ҡыҙы! Һеҙҙе бөгөнгө профессионал байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә, һеҙҙең яҡындарығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхетле, мөхәббәтле, парлы, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һеҙҙең изгелектәр тик бәхет-шатлыҡ ҡына булып, әйләнеп ҡайтһын! Яҡындарығыҙҙың, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, изгелектәренә төрөнөп, йәшәргә яҙһын һеҙгә!

Әлфиә Ишмөхәмәтова. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: