Самаһыҙ күп булып китте был байрам - Атайҙар көнө. Йылына әллә нисә. Күптең ҡәҙере китә. Әммә...
- Көнөнә бер нисә тапҡыр балам сыға ла, атаһы ятҡан диванға ҡарай: Атайым ҡайҙа ул? - бер әсә, күҙ йәштәренә быуылып, шулай тип һөйләне.
Йә, нимә тип аңлатырға сабыйға? Көн дә атаһы ҡосағында иркәләнеп өйрәнгән бала ниңә был бәхеттән мәхрүм ҡалды - аңлатып булырмы? Ай-һай.
Һүҙҙе күп сурытҡы килмәй (һуңғы ваҡыт хәбәргә әллә ни барым юҡ), байрам менән генә ҡотларға ине атайҙарҙы. Бала иламаһын, ҡатын иламаһын, атайҙар үҙҙәре лә иламаһын.
Атайҙар иламай, тиҙәр
Килешмәйем был һүҙ менән
Атайымдың күңеленең
Нескәлеген мин беләм
Атайҙар хисһеҙ ул, тиҙәр
Нишләп хисһеҙ булһындар
Уларҙың да йөрәгендә
Ин саф хискә урын бар
Атайҙар көслө зат, тиҙәр
Ышаныу ҡыйын быға
Әсәйҙән дә нығыраҡ
Атайҙың күңеле тула
Атайҙар хисһеҙ ул, тиҙәр
Нишләп хисһеҙ булһындар
Уларҙың да йөрәгендә
Ин саф хискә урын бар
Атайҙар аҙ һүҙле, тиҙәр
Хаҡлык бар был һүҙҙәрҙә
Атайымдың әйтер һүҙе
Йәшеренгән күҙҙәрҙә.