

- Байрамдарҙың төрлөһө була. Айырыуса һуңғы йылдарҙа күбәйеп китте улар. Тик, бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа, йәмәғәтселекте берләштереүсе көн кәрәк. Халыҡтар берҙәмлеге көнө тап ана шундайҙарҙан, минеңсә.
Был көндө байрам тип кенә ҡараға кәрәкмәй. Был байрам алдынан балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, урта, юғары уҡыу йорттарында, йәмәғәт ойошмаларында Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙен нығытыу буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр алып барылырға тейеш. Бөгөн илебеҙ именлегенә ҡурҡыныс янағанда, был айырыуса актуаль.
Байрамға ҡағылышлы материалдар йома көнө гәзиттә баҫылды.