

- Был байрам беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур әһәмиәткә эйә. Барлыҡ коллегаларымды, бергә эшләгән дуҫ егеттәрҙе, шулай уҡ ошо һөнәр буйынса эшләп бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыусы полиция хеҙмәткәрҙәрен ысын күңелдән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым!
Бала саҡ хыялым булған, үҙем һайлап алған һөнәрем ныҡ оҡшай, ҡай саҡ бер үҙем өс кеше өсөн эшләһәм дә, арыған саҡтарым булһа ла был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Участковый һөнәре ауыр булһа ла бик ҡыҙыҡлы ул. Кешеләргә кәрәк саҡта ярҙам итеү, улар менән аралашыу, ҡай саҡ дөрөҫ юлдан тайпылғандарҙы кире ыңғай юлға ҡайтарыу миңә тағы ла тырышып эшләргә, тыуған илемә хеҙмәт итергә дәрт-көс өҫтәй. Был һөнәр буйынса эшләргә теләүселәр булһа көтөп ҡалабыҙ, бөгөнгө көндә беҙгә ярҙамға 3 участковый кәрәк.
Әлеге мәлдә беҙ барыбыҙ ҙа эштә, эштән һуң дуҫ коллегаларым менән бергәләшеп йыйылып байрамыбыҙҙы билдәләп үтергә ине.