Байрам уңайынан
10 Ноябрь 2022, 04:01

Үкенгәнем булманы

Рәсил ҠОТЛОМБӘТОВ, хаҡлы ялдағы ветеран:

Үкенгәнем булманыҮкенгәнем булманы
Үкенгәнем булманы

- Мин был өлкәлә 31 йылдан артыҡ эшләнем һәм бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Өс дәүергә тура килдем: Совет милицияһы, Рәсәй милицияһы һәм полиция. Совет милицияһында еңелерәк булғандыр тип уйлайым, сөнки ул ваҡытта халыҡ икенсерәк тойолдо. Улар барыһы ла эш менән мәшғүлдәр ине, бәлки шуғалыр ҙа. Исемдәре үҙгәреп торһа ла барыбер шул бер үк эш башҡарҙыҡ. Шулай ҙа милиция полицияға үҙгәрмәһә яҡшыраҡ булған һымаҡ. Полиция һүҙе үҙе үк ҡаты кеүек, ә беҙҙең осорҙа барыбер халыҡ мәнфәғәте, уларға ярҙам итеү теләге менән эшләү нығыраҡ булғандыр, ә хәҙер хаҡлы ялға сыҡһам булды тип йөрөүселәр ҙә юҡ түгел.
Барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым! Еңел булмаған һәм үтә лә яуаплы эштәрендә уңыштар теләйем!

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас