Байрам уңайынан
10 Ноябрь 2022, 09:52

Зарланмайым бер ҙә

Регина ИСИТОВА, Көйөргәҙе районы Эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор:

Зарланмайым бер ҙәЗарланмайым бер ҙә
Зарланмайым бер ҙә

- Эшемде шул тиклем яратам, интернет селтәрҙәрендә үҙ битемде әүҙем алып барам, хатта шунда ла, яратам мин эшемде тип яҙып, фотолар һалам. Полиция өлкәһендә эшләү хыялы 8-се кластарҙа тыуҙы. Быға минең өсөн ҙур өлгө булып торған, ошо өлкәлә намыҫлы хеҙмәт иткән атайым сәбәпсе булғандыр тип уйлайым. Был өлкәгә эшкә алдан да килгән инем, тик ғаилә, юғары белем алыу сәбәбе менән эштән киттем. Шулай ҙа, үҫмер саҡтағы хыялыма тоғро ҡалып, 2017 йылда Көйөргәҙе район полицияһына кире әйләнеп ҡайттым. Бөгөнгө көндә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып хеҙмәт итәм. Эшем еңелдән булмаһа ла, бик ҡыҙыҡлы. Хәҙерге заманда төрлө балалар, шулай уҡ ата-әсәләр осратырға була, беҙ уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табырға, һәр береһенең хәленә инергә тырышабыҙ. Ҡайһы бер ата-әсәйҙәр балаларын яҡлай, аҙаҡҡа тиклем үҙ балаларының насар ҡылыҡтарын ҡапларға тырыша, ҡайһы берәүҙәр бының яҡшылыҡҡа алып бармауын аңлап, беҙҙең менән бергә, әүҙем эш алып барып, балаларын дөрөҫ юлға баҫтырыуға ирешә. Беҙ шулай уҡ мәктәптәр, уҡытыусылар менән әүҙем эш алып барабыҙ, төрлө ауылдарға барып әңгәмә ҡорабыҙ, фәһемле осрашыуҙар ойошторабыҙ.
Эш графигы тығыҙ, әлбиттә, районда балалар менән ул был хәл була икән, төн уртаһында ла тороп сығып китәм, төрлө мәлдәр була. Ғаиләмә ваҡыт әҙ ҡала, ике бала әсәһе булараҡ, үҙ сабыйҙарым менән дә күберәк ваҡыт уҙғарғы килә, тик, шулай булһа ла, бер ҙә зарланмайым, үҙ эшемде яратып башҡарам!

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас