Йырҙың, бәлки, ҡайҙа йырланыуы бик мөһим түгелдер, мәҙхиә ҡайҙа ла мәҙхиә булып яңғырай. Шулай ҙа....
Шулай ҙа Өфөләрҙә, башҡалала, маҡтаһалар, шәберәк.
Бөгөн, әле, өс әсәбеҙ Өфөнөң үҙендә йөрөй. Радий Хәбиров үҙе ҡотлай уларҙы. Юлдарығыҙ хәйерле булһын, ҡыҙҙар (Лилиә Алтыншина, Эльвира Афанасьева, Гөлшат Хәйбуллина), миҙалдарҙы, ҡайтҡас, күрһәтерһегеҙ. Ҡотлайбыҙ!