Юшатыр
-29 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Байрам уңайынан
24 Ноября , 16:38

Иң ҡәҙерле теләк

Бахмутҡа, ысынында, илайыҡ тип бармағайныҡ. 

Иң ҡәҙерле теләк
Иң ҡәҙерле теләк

Байрам бит, Әсәләр байрамы, байрам хатта берәү генә түгел, бахмуттар бер юлы Әсә көнөн дә, Айыҡ ауылды ла үткәрергә булған. Бер йыйылғанда барыһы ла булһын тигәндәрҙер. 

Нурия Шәрипова, ауыл башлығы, әсәләрҙе ҡотланы, айыҡлыҡ тураһында бер кәлимә һүҙ әйтте, уға ҡушылып, саҡ ҡына һуңлап килгән хакимиәт делегацияһы ла тәбрик һүҙҙәрен ҡабатланы. 
Концерт ҡуйҙылар. Бахмутта һәр икенсеһе артист, йырламаған, бейемәгән кеше юҡ тигән кеүек, тамаша матур булды. Инде, концерт ҡарап, ҡул сабып хушлашабыҙ тиһәк...
Мобилизацияға эләккән егеттәрҙең әсәләрен айырым ҡотланылар. Беҙҙең - бындағы кешеләрҙең - ҡотлауы нимә, фронтта йөрөгән һалдат улдары ҡотланы. Видеояҙма аша. Был ерендә күңел һытылды. Залда ултырғандарҙың иламай ҡалғаны һирәк ине, ирҙәрҙең дә хатта ҡайһы берҙәре кеҫәһенә ҡулъялыҡ артынан үрелде. 
"Улдарығыҙ иҫән ҡайтһын" - бөгөн иң теләп ҡабул ителгән теләк ошо булды, Амин, шулай була күрһен. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в